Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь , 10:05

Хәбиров Республика көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Хәбиров Республика көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Хәбиров Республика көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең утыҙ дүрт йыллығы уңайынан, «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Башҡортостан Законының 1-се статьяһына ярашлы, 2024 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составын раҫлау тураһында ҡарар сығарам», — тиелә Радий Хәбировтың указында.

Ойоштороу комитетына 2024 йылда Республика көнөн билдәләү өсөн саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. Муниципалитеттарға октябрь айында ҡалаларҙа, муниципаль райондарҙың һәм ауыл биләмәләренең административ үҙәктәрендә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар уҙғарырға, шулай уҡ, учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символикалары менән биҙәргә, Республика көнөнә арналған мәҙәни һәм спорт саралары ойошторорға, ҡала һәм ауылдарҙа йәрминкәләр үткәрергә тәҡдим ителде.

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

Фото
 
Автор: