Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь , 15:00

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

5 июндә Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Шулай уҡ республикала урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ фаразлана, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. 

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә
Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә

Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ +24, +29° градус. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Бүздәк районында бишенсе класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана. Туғыҙ районға иһә дүртенсе класлы янғын хәүефе янай. Асҡын, Баҡалы, Балаҡатай, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм Саҡмағошта бер ут сатҡыһынан да янғын сығыу ихтималлығы юғары.

Фото:Ксения Калинина

Автор: