Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май , 15:45

Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын бойомға ашырыу барышы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне

«Өсөнсө йыл инде ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлауға бюджеттан аҡса бүләбеҙ. Был программаны ауыл райондарында йәшәүселәргә ярҙам итеү өсөн башлап ебәрҙек, — тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында. — Муниципалитетта күп фатирлы йорттар аҙ булһа, капиталь ремонт өсөн иғәнәләр ҙә күп түгел — ремонтҡа оҙаҡ йыйырға кәрәк булыр ине».

Программа берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла. Аҡсаның бер өлөшө — республика, ҡалғаны муниципаль бюджеттан бүленә. Бынан тыш, милекселәрҙең иғәнәләре иҫәпкә алына.

«Йыл һайын беҙ ошо сумманы арттыра барабыҙ. 2022 йылда — 118 миллион һум, 2023-тә — 149 миллион һум, 2024-тә 670 миллион һум йүнәлтелде, шуның 450 миллионы — республика ҡаҙнаһынан. Тотош республикала 136 йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

Барлыҡ йорттар буйынса проект документацияһы әҙер, подрядсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, ҡайҙалыр эштәр башланған. Ремонт эштәрен ноябргә тамамлау күҙаллана.

Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы ҡыйыҡты капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында һөйләне
Автор: