Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 10:40

Синоптиктар оҙайлы ялдарға һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар оҙайлы ялдарға һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 28 апрелдә, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көньяҡ-көнсығышта +7°, көндөҙ +20, +25°.

Синоптиктар оҙайлы ялдарға һауа торошон хәбәр итте
Синоптиктар оҙайлы ялдарға һауа торошон хәбәр итте

Дүшәмбе, 29 апрелдә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +13, +18°.

Шишәмбе, 30 апрелдә, һауа температураһы ни бары +13° тиклем генә йылына. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.

Майҙың беренсе көнөндә болотло һауа торошо фаразлана. Һауа температураһы +10, +13° була.

Автор: