Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 10:25

Башҡортостанда 10 мең ветеранға президенттан Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратыла

Башҡортостанда 10 меңгә яҡын ветеранға Рәсәй президентынан Еңеү көнө айҡанлы ҡотлау хаттары таратыла. Почтальондар 2 майҙан 8-нә тиклем Владимир Путин ҡул ҡуйған открыткаларҙы тапшыра.

Башҡортостанда 10 мең ветеранға президенттан Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратыла
Башҡортостанда 10 мең ветеранға президенттан Еңеү көнө уңайынан ҡотлау хаттары таратыла

«Был байрам көндәрендә Рәсәй почтаһының төп бурысы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Федерацияһы президенты исеменән ҡотлау хаттарын таратыу. Беҙ беләбеҙ, был хаттарҙы бик көтәләр, һуңынан уларҙы ихтирам билдәһе итеп ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Почтальондар был ҡотлауҙарҙы илдең һәр мөйөшөнә ваҡытында илтеп бирә»,—  тип билдәләнеләр ведомствола.

Фото:Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығы

Автор: