Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 14:25

Башгидрометта янғын йәһәтенән хәүефле айҙар билдәләнде

Башгидрометүҙәктең метеофараз бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова 25 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында уҙған брифингта республикала янғын хәүефенә бәйле хәл фаразы менән таныштырҙы.

Башгидрометта янғын йәһәтенән хәүефле айҙар билдәләнде
Башгидрометта янғын йәһәтенән хәүефле айҙар билдәләнде

Уның әйтеүенсә, майҙан сентябргә тиклем температура һәм яуым-төшөм йәһәтенән ниндәйҙер аномалиялар көтөлмәй.

«Июлдә генә температураның норманан юғарыраҡ, ә яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгегә ҡарағанда аҙыраҡ булыуы көтөлә. Июль һәм август айҙарында ут сығыу хәүефе юғары, был иң тәүҙә яуым-төшөм булмауға бәйле. Августа республиканың көньяҡ һәм көнбайыш райондары тәбиғәт янғындарына дусар булыуы мөмкин. Айырыуса хәүефле райондар: Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күгәрсен, Белорет, Әбйәлил һәм Хәйбулла», —  тине Гөлназ Заһитова.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор: