Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 09:20

Республикала «Минең баҡсам — Башҡортостан» телеграм-каналы эшләй

Башҡортостан баҡсасылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ эшмәкәрлегенә арналған «Минең баҡсам — Башҡортостан» телеграм-каналынан белергә мөмкин. Был хаҡта «Честно говоря» программаһында республика хөкүмәтенең агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры Светлана Белова хәбәр итте.

Республикала «Минең баҡсам — Башҡортостан» телеграм-каналы эшләй
Республикала «Минең баҡсам — Башҡортостан» телеграм-каналы эшләй

«Каналда беҙ көн һайын тәжрибә уртаҡлашабыҙ, ҡануниәттәге үҙгәрештәр, дәүләт ярҙамы саралары һәм улар менән нисек файҙаланыу тураһында һөйләйбеҙ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешәбеҙ. Бынан тыш, актуаль мәсьәләләр буйынса махсус @SNT_RB_bot  эшләй», — тине эксперт.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Минең баҡсам — Башҡортостан» дәүләт мәғлүмәт системаһы эшләй башланы, унда коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре тураһында берҙәм мәғлүмәттәр базаһы булдырыла.

Бынан алдараҡ Рәсәй төбәктәренең республикабыҙҙың баҡсасыларға ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен үҙләштереүе билдәле булды.

Фото

Автор: