Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель , 15:40

Башҡортостанда алдағы өс көндә ямғырлы һәм йылы була

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +11, +16°.

Башҡортостанда алдағы өс көндә ямғырлы һәм йылы була
Башҡортостанда алдағы өс көндә ямғырлы һәм йылы була

Шаршамбы, 17 апрелдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төндә тиҙлеге секундына 3-8 метр, көндөҙ секундына 9-14 метрға етеүе мөмкин. Температура төндә 0, +5°, көндөҙ иһә +15, +20°.

Кесаҙна, 18 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +18, +23°.

Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәрткәйне.

Фото:Ксения Калинина

Автор: