Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 10:30

Иң ҡиммәтлеһе – ғаилә йылыһы

Йыш ҡына минән өләсәйем Зөһрә менән олатайым Рауил Әбдрәхимовтар хаҡында һорашалар, ә мин әллә ни ҙә һөйләй алмайым. Баҡтиһәң, быға тиклем уларҙың яҙмышы менән һис ҡыҙыҡ-һынмағанмын икән. Хәлде төптән үҙгәртергә ҡарар итеп, олатайым менән өләсәйемдең тормош юлын өйрәндем.

Иң ҡиммәтлеһе – ғаилә йылыһы
Иң ҡиммәтлеһе – ғаилә йылыһы

Олатайым Рауил Фәттәх улы йәш сағында киң профилле тәжрибәле механизатор, комбайнсы булған, йыл һайын иген урыуҙа һәм бөтә ауыл хужалығы кампанияларында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Ул эшләгән Чкалов исемендәге колхоз идараһы олатайымдың хеҙмәтен юғары баһалай һәм 80-се йылдарҙа Болгарияға ял итергә путевка бирә. Юғары наградаларға юл еңелдән булмай.
Олатайым 1952 йылда Ҡорғат ауылында тыуған. Ғаиләлә ул – тәүге бала, уны башлыса өләсәһе тәрбиәләй.
Бәләкәйҙән үк Рауил Фәттәх улын техника йәлеп итә. Мәктәпте тамамлағандан һуң армияға алына, демобилизацияланғас, 1970 йылдарҙа Түбәнге Тагил урман сәнәғәте училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, Ҡорғат ауылы ҡыҙы Зөһрәгә өйләнә. Улар ҙур һәм ныҡлы ғаилә ҡора. Егәрле пар матур итеп йәшәп алып китә.
Өләсәйем Зөһрә Рафаэль ҡыҙы Свердловск өлкәһенең Зюзелька ҡасабаһында тыуған. 1969 йылда Ҡорғат һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Түбәнге Серьги 13-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм токарь һөнәренә эйә була. Уҡыған ваҡытта саңғы спорты менән шөғөлләнә һәм өлкә ярыштарында призлы урындар яулай. Артабан дипломлы белгес урындағы заводта токарь булып эшләй. Һуңғараҡ, ғаилә хәленә бәйле, Ҡорғат ауылына ҡайтырға мәжбүр була. Бында ла Чкалов исемендәге колхозда токарь эшенә урынлаша. 1972 йылда Сухановка ауылында уҡыуын дауам итә. Ике йылдан һуң олатайым Рауил Фәттәх улы менән никахлаша.
Уларҙың өс ҡыҙы тыуа. Үкенескә күрә, иң беренсе булып тыуған сабыйҙары оҙаҡ йәшәмәй.
1977 йылдан өләсәйем колхозда төрлө вазифаларҙа эшләүен дауам итә. 1984 йылда ғаиләлә дүртенсе бала тыуа. Шул уҡ йылда Зөһрә Рафаэль ҡыҙы Дыуан совхоз-техникумын тамамлай, зоотехник дипломы ала. 1985 йылдан яңы вазифала эшләй.
Әбдрәхимовтар ғаилә, балалар тураһында хәстәрлек күреүгә бирелеп, даими хеҙмәттә йәшәй. Уларҙың йәшлеге башҡа ваҡытта үткән. Ир менән ҡатын Ҡорғат ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ғаилә башлығы уның ябай игенсе, механизатор хеҙмәтен күрһендәр һәм тейешенсә баһалаһындар өсөн бар көсөн һала. Ҡатыны, терәк-таяныс булып, тормош юлынан йәнәш бара.
Хәҙер олатайым – Ҡорғат мәсете имамы. Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжын тамамланы. Ауыл халҡы уға ихтирам менән ҡарай.
Өләсәйем менән олатайым өсөн иң мөһиме – балаларының, ейәндәренең улар башлаған эште дауам итеүе. Тимәк, йәшәүҙәренең мәғәнәһе бар, тимәк, тормош дауам итә.
Зөһрә һәм Рауил Әбдрәхимовтар үҙҙәренең тормош тәжрибәһен беҙгә, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә, ҙур теләк менән тапшыра. Уларҙың өс ҡыҙының да үҙ ғаиләләре бар. Абруйлы йәшкә еткән Әбдрәхимовтар – ун бер ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре өсөн яратҡан өләсәй һәм олатай.
Олатайым тыйнаҡлығы, ярҙамсыл, изгелекле булыуы, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте менән айырылып тора. Ул йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуын дауам итә, күп тапҡыр ауылдаштары уны ауыл Советы депутаты итеп һайлай.
Өләсәйем дә һис тик тормай. Ул күп йылдар “Мәсетле тормошо” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булды – шиғырҙары һәм хикәйәләре районка биттәрендә баҫылды. Әбдрәхимовтар ғаиләһенең исеме һәм эштәре районыбыҙ тарихы биттәренә инеп ҡалды. Өләсәйем менән олатайым Ватанына тоғро хеҙмәт итте, ил именлеге өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәнеләр. Беҙгә, уларҙың ейәндәренә, башҡаларҙы хөрмәт итергә һәм яратырға, Ватанды һаҡларға, тырышып эшләргә өйрәнеү өсөн үрнәк алырлыҡ кешеләребеҙ бар.
Беҙҙең ҙур ғаилә һәр ваҡыт уларҙың ихлас һөйөүен һәм күңел йылыһын тойоп йәшәй һәм, уңайлы осраҡ булыу менән, улар янына ашҡынып ҡайта. Ер йөҙөндә ғаиләнән дә ҡиммәтерәге юҡ.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: