Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 09:45

Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан БСТ телеканалына эксклюзив интервью бирҙе

20 мартта киске сәғәт 8-ҙә БСТ телеканалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервью күрһәтелә, унда республика етәксеһенең эшмәкәрлеге тураһында күп кенә факттар тәүге тапҡыр киң йәмғәтселеккә сығарыла. Журналист Дмитрий Каретко менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы үҙенең тормошоноң иң ҡатмарлы осорҙарын иҫенә төшөрә һәм көн тәртибендәге төп мәсьәләләргә туҡтала.

Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан БСТ телеканалына эксклюзив интервью бирҙе
Радий Хәбиров үҙенең юбилейы алдынан БСТ телеканалына эксклюзив интервью бирҙе

Радий Хәбиров Башҡортостандың хәҙерге тарихындағы иң резонанслы ваҡиғалар тураһында фекере менән уртаҡлашты: Сибай карьерының яныуы, Ҡуштау тирәләй хәл, коронавирус инфекцияһы пандемияһы.

Башҡортостан Башлығын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға нимә мәжбүр итә? Республика етәксеһенә популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итеүе ни тиклем ауыр һәм Радий Хәбировтың «Ҡырым яҙы»на ниндәй ҡатнашы бар? Ошо һорауҙарға яуаптарҙы Радий Хәбировтың 60 йәшлек юбилейы көнөндә, 20 мартта, киске сәғәт 8-ҙә тыңларға мөмкин.

 
Автор: