Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 12:05

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -1,+4, таулы райондарҙа +9 градус.

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Шаршамбы, 20 мартта, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градусҡа тиклем.

Кесаҙна, 21 мартта, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градус.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева белдереүенсә, ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал, тип хәбәр иткәйне Башинформ. Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар запастары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-27% күберәк.

Фото:Галина Бахшиева

Автор: