Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 11:50

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

«Дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр итте мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 белгесе һәм 4 берәмек техника эшләй.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә таусылар менән бәйләнеш юҡ.

Фото:Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 
 
Автор: