«Шумаков исемендәге үҙәк – донъяла трансплантология өлкәһендәге алдынғы учреждение. Тәү сиратта Сергей Владимировичҡа бында беҙҙең табип-трансплантологтарҙы ихлас ҡабул итеүҙәре, стажировка үтеүҙәре һәм үҙ компетенцияларын күтәреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Башҡортостанда трансплантология юғары кимәлдә, табиптарыбыҙ үҙенсәлекле операция яһай, йөрәк, үпкә һәм башҡа ағзаларҙы күсереп ултырта. Ошо үҙккә килеүебеҙ – тәжрибә үҙләштереү һәм артабан ниндәй йүнәлештә эшләү кәрәклеген аңлау мөмкинлеге ул», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда трансплантология хеҙмәтен, донорлыҡты үҫтереү программалары әҙерләнә, тип билдәләне республика етәксеһе.Был йүнәлештә эш дауам итә.