Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 15:30

15 миллион һум аҡса урлағандар

Бөтәһе лә бик ябай: телефонға шылтыраталар һәм...

15 миллион һум аҡса урлағандар
15 миллион һум аҡса урлағандар

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектәрҙә генә лә халыҡ телефон аша мутлашыусыларға 15 миллион һум аҡса күсергән.  

Өфө ҡалаһында 5-се полиция бүлегенә юғары уҡыу йорттарының береһендә эшләгән 68 йәшлек профессор мөрәжәғәт иткән. Абруйлы мессенджерҙарҙың береһендә ул етәкселектән хәбәр ала. “Ректор” уға ойошмалағы мәғлүмәттең ситкә таралыуы һәм оҙаҡламай банктың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән шылтыратасаҡтары тураһында яҙған.

Ғалим шылтыратыусы “белгестәр”ҙең уның исеменән, йәнәһе, кемдер кредит алырға йыйына тип әйтеүенә ышана. Мутлашыусылар уны үҙ исеменә кредит алырға күндерә. Был ғалим 2,5 миллион һумға кредит яҙҙыра һәм уны “махсус иҫәп”кә күсерә.

Алдаҡсылар тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалғас, ул полицияға мөрәжәғәт итә.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
 
Автор: