Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март , 11:30

Башҡортостанда почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә

Башҡортостанда 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә, тип хәбәр иттеләр республиканың федераль почта элемтәһе идаралығынан.

Башҡортостанда почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә
Башҡортостанда почта бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә

«8 март — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял. 7 мартта почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. — 8 мартта почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Улар пенсияларҙы һәм пособиеларҙы Рәсәй Социаль фондының төбәк бүлексәһе менән килешелгән график буйынса килтерә».

9 марттан бүлексәләр ғәҙәттәгесә эшләй.

Автор:Галина Бахшиева
 
Фото:Валерий Шахов
 
Автор: