Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 12:20

Хәмиҙуллина Л. Р.

28 февралдә 49 йәшендә Хәмиҙуллина Лилиә Рафаил ҡыҙы вафат булды. Уның бар ғүмере Мәсетле районы ауыл хужалығына бәйле.

Хәмиҙуллина Л. Р.
Хәмиҙуллина Л. Р.

Лилиә Рафаил ҡыҙы 1975 йылдың 22 ғинуарында Ясин ауылында тыуған. 1990 – 1993 йылдарҙа Ҡыйғы районында ашнаҡсыға уҡып ҡайтып, Фрунзе исемендәге колхозға эшкә урынлаша.
Яуыш ауылына кейәүгә сыҡҡас, 2004 – 2007 йылдарҙа Мәсетле районының “Алға” ойошмаһында һауынсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2007 йылдың июнь айынан хәҙерге көнгәсә яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәтендә һауынсы булып эшләне.
Лилиә Рафаил ҡыҙы хеҙмәт осоронда “Йондоҙ” ойошмаһында күп тапҡыр район алдынғылар ярышында еңеүсе булды. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн хужалыҡтан, район хакимиәтенән, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Күп йылдар фотоһы райондың Почет таҡтаһында торҙо.
Хәмиҙуллина Лилиә Рафаил ҡыҙы ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, бөтә күңелен эшкә бирҙе, ярҙамсыл, алсаҡ, тырыш, изге, шат күңелле булды. Уны белгән, яратҡан кешеләрҙең хәтерендә ул тап шулай матур булып ҡаласаҡ.
“Йондоҙ” ойошмаһы дирекцияһы һәм коллективы Лилиә Рафаил ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор: