Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 15:20

Ветеран менән осрашыу

7 февралдә Абдулла мәктәбендә “Рәсәй геройҙарына бағышлана” тип аталған сарала 1 – 8 класс уҡыусылары өсөн Афғанстан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветераны Ринат Мостафин менән осрашыу ойошторолдо.

Ветеран менән осрашыу
Ветеран менән осрашыу

Яугир өс һуғышта ҡатнашҡан атаһы хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне. Шулай уҡ Афған һуғышының фажиғәле көндәре, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған Мәсетле районы яугирҙары хаҡында бәйән итте, йәш быуынды Тыуған илен яратырға, уны лайыҡлы яҡларға саҡырҙы. Йәштәр Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыу тарихы тураһында презентация ҡараны. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар һәләк булған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Залда мәғлүмәт стенды ойошторолдо, шулай уҡ унда “Афғанстан – балалар күҙлегенән” темаһына балаларҙың һүрәттәре ҡуйылды.
Рәсми өлөштән һуң һәләк булған яугирҙар обелискыһына сәскәләр һалыу ойошторолдо.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА
әҙерләне.

Автор: