Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 15:05

Хәҙер беҙҙә лә бирсәткә етештерәләр

Хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү эшенә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Денис Фәтихов үҙ өлөшөн индерә. Ул яугирҙар өсөн “Ышаныслы тыл” штабына 300 пар хужалыҡ бирсәткәһе тапшырҙы. Эшҡыуар уларҙы етештереүҙе яңыраҡ башлаған.

Хәҙер беҙҙә лә бирсәткә етештерәләр
Хәҙер беҙҙә лә бирсәткә етештерәләр

– Тыуған ауылым урамы буйлап китеп барғанда эш бирсәткәләре етештереү уйы тыуҙы. Мин ерҙә ятҡан хужалыҡ бирсәткәһен күреп, үҙебеҙҙә бирсәткә эшләү – шәп идея, тигән фекергә килдем. Беҙҙә бит уның менән шөғөлләнеүселәр юҡ. Дәртләнеп киттем. Ихатала бина йыһазландырҙым, материал менән беренсе станокка заказ бирҙем һәм өйрәнә башланым, – тип һөйләй Денис Дмитриевич.
Тәүҙә ул Мәсетле районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелгән “Эшҡыуар сәғәте”ндә йәш кешенең идеяһын хуплайҙар һәм ярҙам алыу буйынса кәңәштәр бирәләр.
“Эш башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам” дәүләт программаһы һәм Мәсетле районының мәшғүллек үҙәге ярҙамында Денис Фәтихов дәүләттән 350 мең һум күләмендә ярҙам ала. Был аҡсаға йәнә бер бәйләү станогы, алмаш частар ҡайтарта.
Уҙған йылдың ноябрендә ул үҙенең бизнесын теркәй, ә декабрҙә инде бирсәткәгә поливинилхлорид менән төрткөләр ябыу өсөн станок һатып ала һәм тулы ҡеүәтенә продукция етештерә башлай.
Яңы эш башлаусы эшҡыуарға һәр яҡлап яратҡан ҡатыны Лилиә ярҙам итә. Ғаиләлә Ҡадир һәм Дели исемле ике бала тәрбиәләнә.
– Мин Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫтем, Башҡорт гимназияһын тамамланым. Тыуған илемде яратам һәм ауылымдың, районымдың үҫешенә ҡулдан килгәнсә өлөш индерергә тырышам, – ти Денис Дмитриевич.
Екатерина ӘМИРОВА.

Автор: