Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 16:15

Айла һәм Риваль: Башҡортостанда йыл башынан яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр билдәле булды

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 15 февраленә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Айла һәм Риваль: Башҡортостанда йыл башынан яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр билдәле булды
Айла һәм Риваль: Башҡортостанда йыл башынан яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр билдәле булды

Мәҫәлән, ата-әсәләр ҡыҙҙарына Айла, Лидия, Илона, Ынйыгөл, Манэ тигән үҙенсәлекле исемдәр һайлаған. Ә улдарына Мөхәммәт-Әмин, Мәһәррәм, Айрат, Иброһим, Ривал кеүек һирәк осрай торған исемдәр ҡушҡан.

Ҡыҙҙар араһында иң популярҙары: Әминә (68), София (50), Йәсминә (49), Ева (47), Арина (45). Малайҙар араһында иһә Әмир (60), Тимур (55), Эмир (53), Марк (48), Матвей (47) исемдәре йышыраҡ осрай икән.

Автор: