Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 16:20

Редакцияға хаттар

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Зәйнетдинов Миңлеәхмәт Фәхретдин улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән һәм ауыр минуттарҙа ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан туғандарға, яҡындарға, дуҫтарға, таныштарға, ауылдаштарға, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамовҡа сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Бөтә балалары исеменән ҡыҙы Фәйрүзә (Һөләймән ауылы).

Редакцияға хаттар
Редакцияға хаттар

Яратҡан улым, ирем, атайыбыҙ, туғаныбыҙ Сәфәров Илдус Тимерғәли улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән, беҙҙең оло ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, матди ярҙам күрһәткән, был ауыр минуттарҙа хәлебеҙҙе еңеләйтергә тырышҡан туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, ауылдаштарға, Оло Аҡа ауылы халҡына, Мәсәғүт АТП-һы коллективына, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә, коллегаларға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәһе, ҡатыны, улы, туғандары.
* * *
Ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ, ирем, атайыбыҙ Нәжметдинов Олег Айвар улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән, беҙҙең оло ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, матди ярҙам күрһәткән һәм һәр яҡлап терәк булған туғандарға, яҡындарға, дуҫтарға, класташтарға, Октябрьск ауылы халҡына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Раян Вәис улы Мөхәмәҙиевҡа транспорт бүлгәне өсөн айырыуса ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла именлек, изгелек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Әсәһе, ҡатыны, балалары, туғандары.
* * *
Яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ Әхйәмов Шәрифйән Тимер-ғәзи улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән, ҡайғылы көндәребеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙған туғандарға, ауылдаштарға, дуҫтарға, күршеләргә, Әләгәҙ мәктәбе һәм “Мәсетле урманы” йәмғиәте коллективтарына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, тыныслыҡ, изгелек, именлек теләйбеҙ. Бәлә-ҡаза үҙегеҙҙе урап уҙһын.
Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләһе һәм бүләсәрҙәре.

Автор: