Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 16:25

“Маҡсат – егеттәргә ярҙам итеү”

Ошо көндәрҙә Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенән “Волчонок” шартлы исемен йөрөткән яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Уны өйҙә ғаиләһе көтә.

“Маҡсат – егеттәргә ярҙам итеү”
“Маҡсат – егеттәргә ярҙам итеү”

– Ярты йыл элек мин фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй инем, – тип һөйләй яҡташыбыҙ. – Оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, мин махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға кәрәк, тигән фекергә килдем. Шуға күрә контракт төҙөргә булдым. МХО-ла рота фельдшеры булып хеҙмәт итәм. Яраланған яугирҙарға ярҙам күрһәтәм, егеттәрҙе яу яланынан алып сығам.
Хәрбиҙе ауылдаштары ла түҙемһеҙләнеп көттө. Улар яҡташын клубҡа һәм мәктәпкә осрашыуға саҡырҙы. Уҡыусыларҙың, ауыл халҡының тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы хәрби менән аралашыу мөмкинлеге булды. Йыйылған халыҡ уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, һорауҙарын бирҙе.
Яугир уҡыусыларға армияла хеҙмәт итеү, Тыуған илгә һөйөү, үҙ халҡың алдында хеҙмәт бурысын үтәү кәрәклеге тураһында һөйләне. Бындай осрашыуҙар илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр геройҙарҙың беҙҙең эргәлә генә йәшәүен, ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә һөйөү кеүек сифаттарҙың ысын ир-егеттәргә хас икәнлеген аңланы.
Фельдшер яугирҙарыбыҙҙың туғандарынан, бөтөнләй таныш булмаған балаларҙан еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп яҙылған хаттарын алғанда кисергән хис-тойғоларын тасуирланы.
Әңгәмәне йомғаҡлап, һалдат беҙҙең Еңеүгә ышанысын белдерҙе.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: