Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 15:00

Бөтә ғаилә менән – китапханаға

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә йылына арналған саралар сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район китапханаһында “Бөтә ғаилә менән – китапханаға” байрамы ойошторолдо.

Бөтә ғаилә менән – китапханаға
Бөтә ғаилә менән – китапханаға

Сараға балалары менән бергә китап уҡыған ғаиләләр, шулай уҡ Мәсетле районындағы “Ғаилә” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Йыйылыусылар алдында психолог Зөлфиә Абдулхаҡова “Ғаилә ҡиммәттәре” темаһына ҙур булмаған лекция менән сығыш яһаны.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре интерактив викториналар, хәрәкәтле уйындар, ғаиләнең ижади потенциалын асыусы һорауҙарҙан торған конкурс-белем биреү программаһы әҙерләне һәм үткәрҙе, ә балаларға “Минең ғаиләм” һүрәттәр конкурсы тәҡдим ителде.
Сара барышында Рәсәйҙәге ғаилә мөнәсәбәттәре тарихы, хәҙерге йәмғиәттә ғаиләнең роле, ғаилә бәхетен төҙөү принциптары тураһында һөйләнеләр. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғаилә ҡиммәттәре менән уртаҡлашты, шулай уҡ ғаиләләрендә булған бөтә йолаларҙы иҫкә төшөрҙө.
Сара һуңында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла район китапханаһы директоры Светлана Ғәлимованан рәхмәт хаттары алды. Ул ҡунаҡтарға үҙ-ара хеҙмәттәшлек, балалар китапханаһына ярҙам иткән, балаларында китапҡа һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерҙе, артабан китап уҡырға һәм китапхана сараларына йөрөргә саҡырҙы. Үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡарап, икенсе мөхиттә ял итеп алған ғаиләләр өйҙә уҡыу өсөн китаптар алып таралышты.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: