Был көндө балалар баҡсаһына ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар саҡырылды. Залда матур моң яңғыраны, дуҫтарса йылы мөнәсәбәт күҙәтелде.
Программа бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Сараның төп геройҙары – әүҙем, ишле, спорт менән шөғөлләнгән, ижади ғаиләләр. Уларҙың һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм уникаль, һәр береһе хөрмәткә лайыҡ.
Байрамдың төп биҙәге – балалар. Улар ҙур теләк һәм дәрт менән конкурстарҙа ҡатнашты. Йылы, иркен атмосферала ҡунаҡтар йырҙар йырланы, йомаҡтар систе, уйнаны, бейене.
Әүҙемдәр, дәртлеләр, отҡорҙар – беҙҙең балалар баҡсаһының ҙур һәм татыу ғаиләһе ағзалары!
Ғаилә йылы һәммәбеҙгә лә күп шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен. Һәр кем бәхетле булһын!
Евгения КАМЕНСКИХ, өлкән тәрбиәсе һәм Рита КУЧЕРОВА, музыка етәксеһе.