Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 10:05

Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай

Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде.

Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай
Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай

2023 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы буйынса 10 лидер төбәк иҫәбенә инде. Милли гарантия системаһы (НГС) ҡоралдары арҡаһында 2023 йылдың биш айында гарантиялар һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуға бирелгән льготалы финанслау күләме 3,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

– Ағымдағы йылдың биш айында республиканың 48 муниципалитетынан эшҡыуарҙарға гарантиялы ярҙам күрһәтелгән. Лидерлыҡты Өфө биләй, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу күләме 800 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Артабан Өфө, Туймазы һәм Ғафури райондары килә. Шәхси ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар – производствола, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, шулай уҡ сауҙала мәшғүл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары. Төбәк гарантия фондынан бирелгән бурыстың максималь күләме 25 миллион һум тәшкил итә, яуаплылыҡ дәүмәле займ суммаһынан 70 проценттан артмай, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

2023 йылдың I кварталында НГС сиктәрендә финанс ярҙамы һәм уны алыусыларҙың һаны артыуы бер нисә факторға, шул иҫәптән төбәк гарантиялы ойошмаларының яуаплылығы аҫтында бәләкәй һәм урта бизнесты финанслауҙы ике тапҡырҙан ашыуға арттырыуға бәйле. Быға Төбәк гарантия ойошмаһы капиталын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү, шулай уҡ бизнестың уңайлы шарттарҙа займ финанслауы алыу өсөн эшҡыуарлыҡтың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһының яуаплылыҡты (50 процентҡа тиклем) үҙ өҫтөнә алыуын әүҙем файҙаланыуы булышлыҡ итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Милли гарантия системаһы эшҡыуарҙарға, залог булмағанда йәки ул етерлек булмаһа, гарантиялар һәм яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу ярҙамында банк финанслауын алырға ярҙам итә. Улар өсөн Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһының яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу механизмында ҡатнашҡан банктарға һәм Төбәк гарантия ойошмаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гарантия фонды яуаплылығы аҫтында кредит алыу өсөн партнер банктарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

“Минең бизнесым” үҙәгендә һәм банк-партнер офистарында гарантия ярҙамын алыу шарттары буйынса консультация алырға мөмкин: 8(347) 224-99-99.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21105/

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: