Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 10:55

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығына награда тапшырҙы

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Медиайыйында Башҡортостан Башлығына Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһен тапшырҙы.

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығына награда тапшырҙы
Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығына награда тапшырҙы

«Хөрмәтле Радий Фәрит улы, бөгөн Рәсәйҙең Журналистар союзы секретариаты ҡарары буйынса һеҙгә Башҡортостандың журналистар ойошмаһы исеменән ошо награданы тапшырырға теләйем», - тине Владимир Соловьев бүләкләү тантанаһы алдынан.

Рәсәйҙең Журналистар Союзы рәйесе Радий Хәбировҡа почет билдәһе менән бергә иҫтәлекле фотоһүрәттәр ҙә тапшырҙы.

«Һеҙ Әнүәр Ғәлиевты яҡшы беләһегеҙҙер, моғайын, ул минең дуҫым, курсташым һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы хеҙмәткәре. Күптән түгел үҙенең архивынан һеҙҙең йәш саҡта, төҙөлөш отрядында төшкән фотоғыҙҙы табып алған. Ул һеҙгә ошо коллажды тапшырыуымды һораны», -  тине Соловьев.

Автор: Ләйсән Закирова

Фото:Олег Яровиков

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-06-06/r-s-y-e-zhurnalistar-soyuzy-r-yese-vladimir-soloviev-bash-ortostan-bashly-yna-nagrada-tapshyr-y-3289901 

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығына награда тапшырҙы
Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостан Башлығына награда тапшырҙы
Автор: