Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 12:10

Республикала 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫҡан

Башҡортостанда 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫып алған. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, уҙған йылдарға ҡарағанда ҡоротҡос бөжәктең таралыуын кәметеүгә өлгәшелгән. Сағыштырыу өсөн: ике йыл элек ебәк күбәләге 650 мең гектар майҙандағы йәшел үҫентеләргә зыян килтергән.

Республикала 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫҡан
Республикала 390 мең гектар майҙанды ебәк күбәләге баҫҡан

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең 390 мең гектар ерҙә санитар ҡағиҙәләр буйынса эштәр башҡарырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Сөнки беҙ кешеләргә лә, башҡа бөжәктәргә лә йоғонто яһаған препараттар менән эшләйбеҙ. Бөгөнгә раҫланған реестрҙа ике препарат бар: береһе - химик, икенсеһе - биологик. Беҙ биологик ысулды ғына ҡулланабыҙ. Быйыл Баймаҡ, Федоровка, Миәкә, Бәләбәй, Бишбүләк райондары урмандарында 67 мең гектар биләмәне эшкәрттек», - тине ведомство етәксеһе.

Тораҡ пункттар, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм балалар лагерҙары тирәһендә эшкәртеү  эштәрен башҡарыу санитар ҡағиҙәләр менән тыйыла. Белгестәр әйтеүенсә, алдағы ике аҙнала ҡоротҡос ағас япраҡтары менән туҡланыуҙан туҡтарға тейеш. Ағастар яңынан йәшелләнә башлай. Тимәк, урмандарға бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

Башҡортостан Башлығы ебәк күбәләгенең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн хәлде контролдә тоторға һәм халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты.

Фото:Михаил Кривошеев

Автор: