Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 10:45

“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында

“Беҙ башҡорт полкының идара итеү структураһын төҙөй башланыҡ. Ул “Башҡортостан” тип атала. Бурысым – уларҙы бергә туплау. Хәрби бурысты үтәгәндә яныңда дуҫыңдың ярҙамын тойоу яҡшы, көнкүреште яйға һалыу ҙа уңайлы. Беҙгә, республикаға, әгәр улар бер бүлексәлә, бер урында булһа, ярҙам итеү еңелерәк. Уларҙы матди яҡтан тәьмин итеү, унда нимә барғанын аңлау, Оборона министрлығы менән даими диалогта булыу уңайлыраҡ”, – тип билдәләне интервьюларҙың береһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында
“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында

“Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкы составына Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге батальондар инәсәк.
Артдивизион легендар шайморатовсы – танкыға ҡаршы батарея командиры Мөғин Кәрим улы Нагаевтың исемен йөрөтә. Ул сығышы менән Йәрмәкәй районынан. 1942 йылдан 1945 йылға тиклем 112-се (16-сы Чернигов гвардияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, танкыға ҡаршы батареяның ут взводы командиры була.
1942 йылдың йәйендә Башҡорт кавалерия дивизияһын һигеҙенсе корпус составында Брянск фронтына, Курск өлкәһенең Тербун районына марш менән оҙаталар. Нагаев хәрби хеҙмәтте яраланмай үтә һәм 1956 йылға тиклем армия сафында хеҙмәт итә. Һуңынан ветеран ойошмаларында эшләй, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын булдырыу инициаторҙарының береһе. Мөғин Кәрим улы 2020 йылда 102 йәшендә вафат була.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 26 майҙың  21е һанында уҡығыҙ.

“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында
“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында
“Башҡортостан” – Тыуған ил һағында
Автор: