Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2023, 10:50

Һинең ваҡытың етте!

Төбәктә контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса консультация пункттары эшләй Мәсетле районында граждандарға контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһында мәғлүмәт биреү өсөн агитация пункты Ленин урамы, 26 адресы буйынса Йәштәр үҙәге бинаһында урынлашҡан. Унда ирекмәндәр хеҙмәткә алыныу тәртибе, йыйыу шарттары, кәрәкле документтар һәм тейешле түләүҙәр, льготалар тураһында һорауҙарға яуап бирә.

Һинең ваҡытың етте!
Һинең ваҡытың етте!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: контракт буйынса хеҙмәт итергә призыв буйынса хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы. Контрактсыларға айына 180 мең һумдан алып айлыҡ тәьминәт, шулай уҡ ҡаҙаныштарға ҡарап өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Һорауҙарҙы дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә ҡәҙәр 8 (34770) 2-04-70, 8-937-780-53-43, 8-937-846-03-07 телефондары буйынса бирергә мөмкин (тәнәфес – көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем). Шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре.
Шулай уҡ Башҡортостандың ситуация үҙәгендә лә контракт хеҙмәте буйынса кәрәкле консультация алырға мөмкин – кол-үҙәк көн һайын, ял һәм байрам көндәрендә лә тәнәфес- һеҙ иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 1) һәм 117 телефондары буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Автор: