Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 16:15

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 31 градус эҫе булыуы фаразлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йома, 26 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +26,+31°.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 31 градус эҫе булыуы фаразлана
Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә 31 градус эҫе булыуы фаразлана

«Башинформ» асыҡлауынса, алдағы ял көндәрендә эҫе була. Шәмбе, 27 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +12, +17°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +26, +31°.

Йәкшәмбе, 28 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +12, +17°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +26, +31°.

Фото:Ксения Калинина

Автор: