Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2023, 16:15

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Хеҙмәт кодексына ярашлы, 12 июнь — Рәсәй көнө байрам булып иҫәпләнә. 28 июнь —  Ҡорбан байрамы, быйыл ул шаршамбыға тап килә, шулай уҡ республика хөкүмәте ҡарары менән байрам көнө тип иғлан ителде. Тимәк, шишәмбе, 27 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

«Шулай итеп, Башҡортостанда 2023 йылдың 10, 11, 12 һәм 28 июне ял көндәре булып тора, — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында. — Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 12 июндәге һәм 28 июндәге байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Башҡортостан халҡын 121 ял һәм байрам көнө көтә.

Автор:Галина Бахшиева
 
Автор: