Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2023, 14:20

Социаль фондта балалар пособиеһын оҙайтыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр

Рәсәйҙең Социаль фондында балалар пособиеһын оҙайтыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр. Ведомствола әйтеүҙәренсә, берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә. Түләүҙе оҙайтыу өсөн ата-әсәләргә Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә йә иһә Күп функциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Социаль фондта балалар пособиеһын оҙайтыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр
Социаль фондта балалар пособиеһын оҙайтыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр

Әсәлек капиталынан түләү ҙә 12 айға тәғәйенләнә, уны Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн йәки Социаль фондҡа һәм Күп функциялы үҙәккә шәхсән мөрәжәғәт итеп оҙайтырға була.

Элекке ҡағиҙәләр буйынса 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға пособие бер, һуңынан ике һәм өс йәшкәсә тәғәйенләнә. Уны сабыйҙың тыуған көнөнән һуң оҙайтырға кәрәк. Быны Дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн, шулай уҡ Социаль фондта йәки Күп функциялы үҙәктә шәхсән эшләргә мөмкин.

2023 йылда Башҡортостанда балалы ғаиләләргә түләүҙәр тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Источниек: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-15/sotsial-fondta-balalar-posobie-yn-o-aytyu-s-n-ay-a-m-r-zh-t-iterg-k-r-klege-ha-ynda-yl-nel-r-3258815 

Автор: