Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2023, 16:15

Республиканың 8 районында күсмә медицина бригадалары эшләй

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Был аҙнала күсмә бригадалар Шишмә, Архангел, Ҡариҙел, Асҡын, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Шаран һәм Учалы райондарында эшләй. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ошо турала белдерҙе, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Республиканың 8 районында күсмә медицина бригадалары эшләй
Республиканың 8 районында күсмә медицина бригадалары эшләй

Күсмә бригадаларҙа Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, республика кардиология үҙәгенең медицина модулдәре, күсмә комплекстар һәм ФАП-тар файҙаланыла.

Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, 17 апрелдән 15 майға тиклем белгестәр 24 680 кешене ҡабул иткән, 53 тораҡ пунктта тикшереү үткәргән.

Автор: