Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2023, 09:10

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәргә рәхмәт белдерҙе

Владимир Путин биш яҡташыбыҙға Рәсәй Федерацияһы президентының рәхмәтен белдерҙе. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, яғыулыҡ ҡойоу станциялары операторы Роза Закирова, АЗС менеджеры Раина Муссина, яғыулыҡ ҡойоу станцияларының өлкән операторы Марина Субботина, әйҙәүсе белгес Валентина Ерыпалова, «Лукойл-Уралнефтепродукт»тың генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Цыбизов наградалрға тәҡдим ителде. Дәүләт башлығының ҡултамғаһы менән тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәргә рәхмәт белдерҙе
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәргә рәхмәт белдерҙе

Бынан алда «Башинформ» Владимир Путин ҡул ҡуйған төп федераль закон проекттарына байҡау яһаны. Улар хоҡуҡи, иҡтисади, шулай уҡ социаль өлкәләргә ҡағыла.

Автор:Ләйсән Закирова
 
Фото:kremlin.ru
 
Автор: