Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2023, 11:10

Герой менән осрашыу

Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мәсетле районы яугирҙары бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Яҡташтары уларҙы төрлө сараларға, осрашыуҙарға саҡыра, теләктәшлек белдерә һәм рәхмәттәрен еткерә.

Герой менән осрашыу
Герой менән осрашыу

Ошо көндәрҙә Дыуан-Мәсетле мәктәбендә әлеге уҡыу йортон тамамлаған яугирҙар менән осрашыу уҙҙы. Сарала уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Яугирҙар хеҙмәт барышы, Рәсәй хәрбиҙәренең ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләне.
Һалдаттарыбыҙға тылдан килгән ярҙам темаһы ҡуҙғатылды. Егеттәр, яҡташтарыбыҙҙың йылы һүҙҙәре яҙылған хаттар, тыуған яҡтан посылкалар һәр хәрби хеҙмәткәрҙең күңелен йылыта, уларҙың хәрби рухын нығыта, тип билдәләне. Был бик мөһим һәм кәрәкле эш.
Осрашыу уҡыусылар өсөн дә, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн дә тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Йәш ҡатнашыусылар геройҙарҙың эргәлә йәшәүенә тағы бер тапҡыр инанды.

Автор: