Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2023, 10:45

Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары 11 апрелдә бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, закон сығарыусыларҙың күпселеге әлеге башланғысты хуплаған.

Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды
Рәсәйҙә балаларға вейп һатыу тыйылды

«Был бит балаларыбыҙҙың һаулыҡ мәсьәләһе. Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Вейптың ағыулы парҙары тын алыу юлдарының тарайыуына сәбәпсе була», - тип хәбәр итте парламент рәйесе.

Зарарлы ғәҙәттең балаларҙың сәләмәтлегенә йоғонтоһо һәм хәүефле моданың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Автор:Ләйсән Закирова
 
Автор: