Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2023, 10:20

Башҡортостанда 26 градусҡаса һыуыта

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостанда 26 градусҡаса һыуыта
Башҡортостанда 26 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 6 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, -7 градус, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын.

Шишәмбе, 7 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -21, -26 градус. Көндөҙ -7, -12 градус.

Шаршамбы, 8 февралдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -21, -26 градус. Көндөҙ -7, -12 градус.

Автор:Галина Бахшиева
 
 
Автор: