Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 10:10

Көсөңдө һынап ҡара. Бәлки, бәхет йылмайыр

Иң күбе 500 мең һумлыҡ аҡса алырға була, дөйөм бюджет - 25 миллион һум.

Көсөңдө һынап ҡара. Бәлки, бәхет йылмайыр
Көсөңдө һынап ҡара. Бәлки, бәхет йылмайыр

1 февралдән Башҡортостан Башлығы гранттары фонды Беренсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башлай. Унда республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнаша ала, улар 2023 йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтерергә һәм социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырырға тейеш. Конкурс тәүге тапҡыр яңы мини-гранттар форматында үтәсәк.

Яңы формат йәш коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү, халыҡтың урындағы социаль проблемаларын хәл итеү һәм быға тиклем грант ярҙамын ала алмаған ойошмалар үҙ идеяларын тормошҡа ашыра алһын өсөн булдырылған.

Конкурста ғариза биреү ваҡытына кәмендә өс ай элек дәүләт теркәүе үткән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Улар шулай уҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 1 февраленә тиклем Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, Президент гранттары фонды һәм Президент фондының мәҙәни башланғыстар гранттары конкурсында еңмәгән булырға тейеш.

Конкурсанттар иң күбе 500 мең һумлыҡ грантҡа өмөт итә ала. Конкурстың дөйөм бюджеты - 25 миллион һум. Ғаризаны 10 йүнәлеш буйынса бирергә мөмкин. Улар араһында социаль хеҙмәтләндереү, ғаилә, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡҡа ярҙам итеү, мәҙәниәт һәм сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау, һаулыҡты һаҡлау, фән, мәғариф, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм башҡалар бар.

Ғаризалар 1 февралдән 2 мартҡа тиклем https://грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә. Барлыҡ шарттар һәм тулы мәғлүмәт: https://грантыглавы102.рф/pages/bashkortostan/contest1-2023.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: