Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 10:05

Республикала игендең тулайым йыйымы 4,3 миллион тонна тәшкил иткән

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу тамамлана. Республика премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, бөгөнгә майҙандарҙың 84% һуғылған, был 1,470 миллион гектар. Тулайым урып һуғылған иген 4,3 миллион тонна тәшкил иткән, уртаса уңыш – гектарынан 29,3 центнер.

Республикала игендең тулайым йыйымы 4,3 миллион тонна тәшкил иткән
Республикала игендең тулайым йыйымы 4,3 миллион тонна тәшкил иткән

Республикала ҡарабойҙай һәм май бирә торған культураларҙы йыйыуға төштөләр. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, көндәр ямғырлы торғас, ураҡ темпы кәмегән, бер аҙнала тулайым йыйым 200 мең тоннаға артҡан. Иген һаҡлағыстар етмәй, шуға аграрийҙар уңышты баҫыуҙарҙа уҡ ҡалдырырға мәжбүр. Һаҡлағыстар иҫәбен арттырырға кәрәк, тип билдәләне ведомство етәксеһе.

262 мең гектар майҙанда 2023 йыл уңышы өсөн ужым культуралары сәселгән, был иһә пландың 53%. Ужым сәсеүҙе 20 сентябргәсә (йәғни ҡырау ныҡлап төшә башлауға 45 көн ҡалғас) тамамларға кәрәк, тип иҫкәртте Илшат Фәзрахманов. Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла аҙағына яҡынлаша, республикала йыллыҡ мал аҙығы запасы тупланған.

Фото:Олег Яровиков

Автор:Лариса Михалькова