Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2022, 09:35

Балаларҙың электрон тәмәке тартыуы нимәгә килтерә?

Вейп, электрон тәмәке, айкостар сағыштырмаса күптән түгел модаға инде. Күптәр уларҙы бөтә ерҙә, хатта бинала файҙаланыу уңайлы булғанлыҡтан ала. Оҙаҡ йылдар дауамында ҡануниәт уларҙы һатыу һәм ҡулланыуҙы бер нисек тә көйләмәне. 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары электрон тәмәке тартыу сараларын тәмәке изделиеларына тиңләштерҙе, уларҙы йәмәғәт урындарында файҙаланыуҙы сикләне, балиғ булмағандарға һатыуҙы тыйҙы.

Балаларҙың электрон тәмәке тартыуы нимәгә килтерә?
Балаларҙың электрон тәмәке тартыуы нимәгә килтерә?

Йәштәр ҡарашы
Йәмәғәт урындарында электрон тәмәке ҡулланыуҙы тыйыу йәштәрҙе бер нисек тә борсомай кеүек. Бындай тәмәке тартҡан кешеләрҙе мәктәп янында, ихата һәм паркта осратырға була. Үҫмерҙәр өлкәндәрҙән дә, хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәренән дә тартынмай, шуға күрә ҡасып ултырмай. Бик теләп үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашалар.
Был мода ҡайҙан килгәнен йәштәр үҙҙәре лә белмәй. Күпселек уҡыусылар ҡулында улар бер мәлдә барлыҡҡа килгән. Моғайын, балалар электрон тәмәке еҫ бирмәүен һәм ата-әсәләренең һиҙмәүен аңлағандыр.

Беҙ үҫмерҙәр төркөмө менән ошо темаға әңгәмәләштек
Элина (исемдәре үҙгәртелде), 16 йәш. Тәмәке тартыу стажы – 3 йыл. Ул тартыуҙы ғәҙәти тәмәкенән башлай. Ә һуңынан үҙенең дуҫтары араһында беренселәрҙән булып парландырғыс тәмәке һатып ала.
– Тәмәке тарта башлағанда күңелем болғана ине. Еҫе лә бер саҡрымдан һиҙелә, шуға күрә электрон тәмәкегә күстем, – тип һөйләй ул.
14 йәшлек Александра бер йыл элек электрон тәмәке тартып ҡараған. Компанияла тәҡдим итәләр, ул баш тартмай. Шулай мауығып китә. Башҡалар янында шәп һәм өлкәндәр кеүек күренеү өсөн түгел, ә бары тик оҡшағанға тарта.
– Был модалы күренеш тип уйламайым. Мин сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙе хөрмәт итәм. Бәлки, мин дә ҡасандыр сәләмәт тормош яҡлылар иҫәбенә инермен, – ти ҡыҙ.
– Тәүҙә атай-әсәйем был мауығыуҙы хупламаны. Хәҙер күнегеп бөттөләр инде. 13 йәшемдә тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында һөйләшеүҙәр булды. Ә хәҙер өндәшмәйҙәр, – ти Элина.
– Атайым менән әсәйем тәмәке тартыуға ҡаршы, сөнки миңә 14 кенә йәш. “Бар, һин спорт менән шөғөллән!” – тиҙәр. Әммә үҙҙәре лә тәмәке тарта! – тип һөйләй Саша.
Александра спорт менән шөғөлләнә. Тәмәке тартыуҙан әлегә һаулығында кире эҙемтәләр күрмәй. Тын алыу еңел, тимәк, электрон быуландырыусыларҙан зыян юҡ, тигән һығымтаға килә ҡыҙ.

Табип фекере
Йәштәр электрон тәмәке тартыу һаулыҡта бер нисек тә сағылыш тапмаҫ, тип уйлай. Бындай мауығыуҙың хатта үпкәне күсереп ултыртыу менән дә тамамланыуы ихтимал. Электрон ҡулайламаның, ғәҙәти тәмәке кеүек үк, зыянлы булыуы күптән инде иҫбатланған. Составтары буйынса ла яҡшыларҙан түгел. Өфө онкологы Зәмир Абдуллин иҫәпләүенсә, балалар ҡулдарындағы бындай быу сығанағының төп хәүефе – баланың күпме тапҡыр һурыуын контролдә тотмауы. Ябай тәмәке тартыу осрағында, ҡағиҙә булараҡ, бер тәмәкене бөткәнсе тарталар. Киләһенә сират тиҙ генә барып етмәй. Ә электрон тәмәкеләр асыҡ ҡулланыла, улар быҫҡымай, ялҡытҡансы тарталар. Шуға ла күберәк күләмдә һуралар.
Балалар өсөн электрон тәмәке – уйын. Әммә был осраҡта улар кире ҡайтара алмаҫлыҡ эҙемтәләр кисерә, тип ышана доктор. Ҡоро, ҡуҙғытҡыс йүткереү хәүефе тыуыуы бар, ул дауалауға бирелмәй тиерлек.
“Электрон тәмәке составында булған глицерин үпкә ҡыуыҡсаһында тәрән ултыра, бронхиолит тыуҙыра. Һәм ауырыуҙы дауалау ярайһы уҡ оҙайлы процесҡа әйләнә. Бик күп антибиотик, гормондар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Улар ниндәйҙер кимәлдә хәлде еңеләйтә: йүткереүҙе кәметә, температураны төшөрә. Ләкин ауырыуҙы аҙағынаса дауалау мөмкин түгел”, – тип аңлата Зәмир Абдуллин.
Донъя медицина берләшмәһендә электрон тәмәке тартҡанда барлыҡҡа килгән йүткереүҙе элек тиҙ әҙерләнә торған попкорн етештереүгә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәргә генә хас булған билдәләр менән сағыштыралар. Ҡурылдайҙың шешеүен – “үпкәнең попкорн ауырыуы” тип йөрөтәләр.

Ата-әсәләрҙең радикаль саралары
Людмила Тихонова тәмәке тартыуға ҡаршы. Ул, тәмәке төтәтеп йөрөгән балаларға урамда киҫәтеү яһарға тырышам, ти. “Яуап итеп үҫмерҙәр, әлбиттә, телләшә. Ә ҡайһы берҙә арттан һөйләнеп ҡалыусылар ҙа бар. Ләкин эргәләренән бер ни ҙә өндәшмәй үтеп булмай. Сөнки был алама мода йәштәрҙе һәләк итәсәк”.
16 йәшендә ул үҙе лә тәмәке менән мауыға. Өлкәнерәк ҡыҙҙар менән дуҫлашып йөрөй, улар өйрәтә лә инде. Ул саҡта һайлау мөмкинлеге күп булмай, фильтрһыҙ тәмәке тарталар. Әсәһе еҫте тиҙ һиҙеп ҡала. Ул уҡытыусы, абруйлы кеше була, шуға ла ҡыҙының тәмәке тартыуына юл ҡуя алмай. Ҡәтғи саралар күрә башлай: ҡыҙын ике тәмәкене ашарға мәжбүр итә. Уға уны сәйнәп йотоу шул тиклем насар тәьҫир итә, шунан һуң башҡа ҡулына алырға теләге лә ҡалмай.
Ә 15 йәшлек улының тәмәке тарта башлауын белгәс, Людмила ла әсәһе ҡулланған ысулды иҫенә төшөрә. Тик уның кәрәге теймәй: ашалған тәмәкеләре тураһында мәғлүмәт егетте тәмәкене ташларға күндерә.
– Улым менән һөйләшеп алғандан һуң, бер тапҡыр ҙа әле еҫ һиҙмәнем. Әммә уның тәмәке тартҡанын белһәм, ташлатыу өсөн көрәшәсәкмен. Бер ҡап тәмәке тарттырып йәиһә әсәйем кеүек эш итмәм, әлбиттә. Шулай ҙа минең ҡарашым ныҡ буласаҡ: бер ниндәй электрон һәм ябай тәмәкеләрҙе лә түҙмәйәсәкмен! – ти ул.

Тыйыуҙар ярҙам итмәй
Бындай зарарлы модаға ҡаршы көрәш сараларына бөтөн ата-әсәләр ҙә әҙер түгел. Үҫмерҙәрҙең күбеһе ата-әсәнең уларҙың шөғөлдәре хаҡында хәбәрҙар булыуын таный. Әлбиттә, улар быға ҡаршы, әммә тыйыу файҙаһыҙ. Бала тәмәке тартыуҙы дауам итәсәк, әммә йәшерен рәүештә. Шуға күрә уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Светлана Брякова ике йыл элек үҫмер ҡыҙының тәмәке тарта башлауы хаҡында һөйләне. Ханым уға зыян тураһында аңлатырға маташҡан. Ләкин һуңынан үҙенең үҫмер сағын иҫенә төшөрә һәм тыйыуҙар менән хәлде төҙәтеп булмауын аңлай. Шуға күрә электрон быуландырыусы тураһында әйтә. Уларҙың да зыянлы икәнен аңлай ҡатын. Ләкин, уның фекеренсә, ике зыянлы әйберҙең әҙерәк булғанын һайлаған.
– Иҫемдә: үҙем дә ҡасандыр тартып ҡараған инем, ләкин ата-әсәйемдән ҡасып эшләнем. Тәмәке тапҡанда ғауға сығара торғайнылар, әммә улар миңә йоғонто яһаманы. Үҫеп еткәс кенә тәмәкенән баш тарттым. Тыйыу менән генә хәлде төҙәтеп булмай, тип иҫәпләйем. Ҡыҙым электрон тәмәке тарта, уныһын да һирәк, – ти ул.

Ата-әсәләр – үрнәк
Әңгәмәләшеү барышында бер ғаиләнең 13 йәше тулған балаһына электрон тәмәке бүләк итеү осрағы асыҡлана. Белгес фекеренсә, шул рәүешле өлкәндәр ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға, уларҙың атай-әсәй генә түгел, ә дуҫ икәнлеген күрһәтергә тырыша. Ә ысынында иһә, баланың үҙен үҙ аллы итеп тойоп, буйһоноуҙан туҡтауы ихтимал. Баланың логикаһы ябай: ата-әсә тәмәке тартырға рөхсәт итә, тимәк, рәсми рәүештә уның өлкән булыуын таный. Бындай “аңлау” менән өлгәшергә мөмкин булған берҙән-бер нәмә – ул бойондороҡһоҙлоҡтоң тиҙ формалашыуы.
Баланың насар ғәҙәтен белгән икенсе ата-әсә ныҡлап тыйырға тотона. Был алым да һөҙөмтәһеҙ. Атай йәиһә әсәй кеше тәмәке тартһа, улар, тәү сиратта, үҙҙәре өлгө күр- һәтер өсөн насар ғәҙәттән баш тартырға һәм һуңынан ғына балалар менән һөйләшергә тейеш.
Һөйләшеүҙе баланың кәйефе яҡшы саҡта, тыныс шарттарҙа алып барыу яҡшыраҡ булыр. Аңлатмайынса тороп дөйөм фразалар (“Тартыу зыянлы”), шаблондар (“Никотиндың бер тамсыһы атты үлтерә”), ҡурҡытыу (“Тәмәке тартҡаныңды күрһәм, өйҙән ҡыуам”, “Тартһаң – һөйләшмәйем!”, “Тартһаң – кәрәкле әйбер һатып алмайым!”), бәхәсле раҫлауҙар (“Тик ахмаҡтар ғына тәмәке тарта”), бойороуҙары (“Тарта күрмә!”, “Тартҡаныңды күрәһем булмаһын”) ҡулланмау мөһим.
Әңгәмәгә алдан әҙерләнергә, тәмәкенең һәм никотиндың зыяны тураһында мәғлүмәт уҡырға кәрәк. Балаға уның һаулығына бәйле кисерештәре тураһында һөйләргә. Тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашырға. Мәҫәлән, тәмәке тартыу иҡтисади яҡтан күп сығым талап иткәнен аңлатырға. Ошо аҡсаға нимә һатып алырға булыр ине икән, тип уйлау ҙа дөрөҫ булыр.
– Вейптарҙы йыш ҡына “тәмле төтөн” тип атайҙар. Бөтөнләй йомшаҡ сағыштырыу, әммә уның артында – ҡот осҡос хәүеф. Һәм быны балаларға еткереү мөһим. Ғөмүмән, әгәр үҫмер тәмәке тарта башлаһа, был – ғаиләләге именһеҙлек тураһында хәбәр. Тимәк, ҡайҙалыр нимәлер күҙ уңынан ысҡынған. Бала үҙ ғаиләһендәге роле менән ҡәнәғәт түгел. Һәм уға үҙен оло итеп тойор-ға ярҙам итергә кәрәк, – ти табип-психотерапевт Гүзәл Йосопова.
Ләйсән Закирова,
“Башинформ”.

Оло Ыҡтамаҡ лицейының социаль педагогы Зөлфиә Ғилманшина 14 йәштәге 43 лицей уҡыусыһынан һорауҙарға яуап алған. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың 5 процентының электрон тәмәке ҡулланыуы асыҡланды, 7 процентының ҡулланыуы ихтимал һәм 81 проценты бөтөнләй тәмәке тартырға йыйынмай. Уларҙың 30 проценты ҡулланыуҙы хәүефле тип иҫәпләй, 9,3 проценты – файҙаланмай, сөнки был ҡиммәтле ләззәт, 46,5 проценты бындай яңылыҡ менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. 25,5 проценты электрон тәмәкеләр хаҡында белә һәм уларға ыңғай ҡарашта.

Автор:Лариса Михалькова