Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2022, 16:30

Башҡортостанда туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы тамамлана

Башҡортостанда «Мир» системаһы картаһы менән түләнгән юлламалар өсөн туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы тамамлана. Ғаризалар 10 сентябргә тиклем мирпутешествий.рф сайтында ҡабул ителә.

Башҡортостанда туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы тамамлана
Башҡортостанда туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы тамамлана

Кешбэк программаһында республиканың 12 туроператоры һәм шифаханаһы, шулай уҡ 31 отеле ҡатнаша. Уның шарттарына ярашлы, турҙың хаҡынан 20% тиклемен кире ҡайтарырға мөмкин, әммә сумма 20 мең һумдан ашмаҫҡа тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, сәйәхәткә — 1 октябрҙән 25 декабргәсә, ә круизға 1 сентябрҙән навигация тамамланғансы сығырға мөмкин.

Башҡортостанда туристик кешбэкты нисек алыу тураһында енеклерәк мәғлүмәтте бында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-06/v-bashkirii-zavershaetsya-osenniy-etap-programmy-turisticheskogo-keshbeka-2937105

Автор:Лариса Михалькова