Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2022, 15:00

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы ялы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы дүрт көнлөк ялын Үзбәкстандың туристик ынйыларын — Сәмәрҡәнд һәм Бохара ҡалаларын өйрәнеүгә арнаны. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы ялы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы ялы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты

«Ике ҡала ла Тамерлан һәм уның тоҡомдары, Тимуридтар династияһы менән тығыҙ бәйләнгән. Бында минең төп маҡсатым — Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу өсөн идеялар туплау. Белеүегеҙсә, беҙ уны Шишмә районында асырға йыйынабыҙ», — тип билдәләне республика Башлығы.

Ул Башҡортостанда ла Тамерлан менән бәйле урындарҙың барлығын әйтте.

«Был ошо мираҫты мотлаҡ үҫтерербеҙ. Видеола иһә Бохаралағы боронғо Магоки-Аттари мәсете, халыҡтар дуҫлығының үҙенсәлекле символы. Уны XII быуатта зороастрийҙарҙың емерелгән ҡорамы урынында төҙөгәндәр. Был мәсеттә мосолмандар ҙа, йәһүдтәр ҙә ғибәҙәт ҡылған», — тине  Радий Хәбиров.

 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:Лариса Михалькова