Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2022, 15:00

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәй

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәй. Оператив штабтың 10 авгусҡа мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 124 осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус менән аурыуҙың 293 075 осрағы теркәлгән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәй
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сирлеләрҙең көндән-көн арта барыуын теркәй

Әле Башҡортостанда 773 кеше сирләй: уларҙың 144-е — ковид-госпиталдәрҙә, 629-ы өйҙә дауалана.

Һуңғы тәүлектә 67 пациент һауығып сыҡҡан.

Ошо осорҙа республикала 5 778 кеше коронавирустан вафат булған, һуңғы тәүлектә яңы ҡорбандар теркәлмәгән.

Шул уҡ ваҡытта республикала 2, 825 миллион кеше өсөн вакцинация тулыһынса тамамланған. Был иһә прививка яһатырға тейешле халыҡтың 103,7 проценты.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-10/bash-ortostandy-auly-a-lau-ministrly-y-sirlel-r-e-k-nd-n-k-n-arta-baryuyn-terk-y-2904321 

Автор:Лариса Михалькова