Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 10:45

Радий Хәбиров Благовещенды Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаһы статусы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Благовещенды 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары рейтингында лидер булыуы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров Благовещенды Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаһы статусы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Благовещенды Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаһы статусы менән ҡотланы
«Ҡала тәүге тапҡыр илдең иң яҡшы ун моноҡалаһы иҫәбенә инде, был иһә ҙур системалы эштең яҡшы һөҙөмтәһе. Благовещен — Башҡортостандағы 5 йылдам үҫеш биләмәләренең береһе. 2019 йылда ҡала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алды. Ул иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә инвестициялар йәлеп итергә, яңы эш урындары һәм ҡыҙыҡлы проекттар булдырырға, халыҡ өсөн мөмкинлектәр асырға мөмкинлек бирә. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу йәһәтенән дә күп эшләйбеҙ, шул иҫәптән федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, эксперттар Благовещенда эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен билдәләй. Бынан тыш, һорау алыу һөҙөмтәләре халыҡтың муниципалитет етәкселегенә ышаныуын күрһәтте.

«Олег Евгеньевич Головҡа һәм уның командаһына яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәм! Рейтингтың юғары баҫҡысында башҡа моноҡалаларыбыҙҙы ла күрермен тип өмөтләнәм», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
 
 
Автор:Лариса Михалькова