Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 11:00

Аҡса тулы биштәрен эскәмйәлә онотҡан...

Балаһының уҡыуына түләргә тип китеп барған булған ул...

Аҡса тулы биштәрен эскәмйәлә онотҡан...
Аҡса тулы биштәрен эскәмйәлә онотҡан...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер ир поезға бик ныҡ ашыҡҡан, хатта вокзал эскәмйәһендә миллион һум ятҡан биштәрен онотоп ҡалдырған.

Был хаҡта Волга буйы федераль округы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иткәндәр. Касса залында эскәмйә залында ятҡан биштәрҙе вокзал хеҙмәткәрҙәре табып, полицияға тапшырған. Артабан видеокамералар аша уның хужаһын асыҡлағандар. Ул Ырымбур – Өфө поезына билет алған ир.

Шулай итеп, полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡуҙғалып киткән поезд менән бәйләнешкә инеп, ҡысҡыртҡыс аша иғлан биреп, биштәр хужаһын табып алған. Һуңғараҡ ул, киләһе станцияла төшөп, такси менән килеп алып киттем, тип белдергән. Баҡтиһәң, ул тиклем күп сумманы ир балаһының уҡыуына түләргә тип алып китеп барған булған.

Фото: pixabay.com

 
Автор:Миләүшә Сайтакова
 
Аҡса тулы биштәрен эскәмйәлә онотҡан...
Аҡса тулы биштәрен эскәмйәлә онотҡан...
Автор:Лариса Михалькова