Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2022, 10:30

Рәсәйҙә «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде. Был граждандар үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе тотҡарлыҡһыҙ алһын өсөн кәрәк. Һүҙ «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнгән аҙ тәьмин ителгән граждандарға айлыҡ түләүҙәр һәм пособиелар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә субсидиялар тураһында бара.

Рәсәйҙә «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде
Рәсәйҙә «Мир» картаһына күсерелгән социаль түләүҙәр исемлеге киңәйтелде

Шулай уҡ милли түләү системаһы карталары ярҙамында торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүгә киткән сығымдарға компенсация алырға мөмкин. Был льготалар ауыл ерендә эшләгән уҡытыусыларға, хеҙмәт осоронда һәләк булған хәрбиҙең йәки Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең ғаилә ағзаларына һәм граждандарҙың башҡа категорияларына ҡаралған. Бынан тыш, «Почетлы донор» билдәһе менән бүләкләнгәндәргә аҡса «Мир» карталарына күсерелә. Быға тиклем «Мир» аша пенсия, хеҙмәт хаҡы, эшһеҙҙәр өсөн пособие, беренсе һәм икенсе бала тыуыуға бәйле түләүҙәр алырға мөмкин ине. Бынан тыш, улар коммуналь хеҙмәттәргә түләгән өсөн кешбэк алырға ла мөмкинлек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мартта Visa һәм Mastercard  халыҡ-ара түләү системалары Рәсәйҙә эште туҡтатыу тураһында иғлан иткәйне. Ошо түләү системаларының Рәсәй банктары сығарған бөтә карталары Рәсәй биләмәһендә элекке режимда эшләй, ләкин улар менән сит илдә түләргә ярамай.

Фото

Автор:Лариса Михалькова