Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2022, 10:45

Республикала “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды

Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды.

Республикала “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды
Республикала “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды

– Был музейҙы оҙаҡ һәм ентекле төҙөнөк. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән һәр кем таныша алһын өсөн эшләргә тырыштыҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙенән-үҙе уникаль объект. Был – кешелек цивилизацияһының барлыҡҡа килеү үҙәге, тип иҫәпләйбеҙ. Был мәмерйә башҡорттарҙың “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” һәм башҡа боронғо риүәйәттәре менән бәйле. Беҙҙең өсөн ул – республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, был музей – кешелектең тирә-яҡ мөхиткә гармониялы үтеп инеүе тип билдәләне.
Күргәҙмәне асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар музей комплексы экспозицияһын ҡараны. Комплекс ете тематик блоктан тора: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр”, “Археология”, “Тәбиғи-фәнни”, “Һаҡлау”, “Урал-батыр эпосы”.
Музейҙың төп экспонаты – мәмерйәнең боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре. Уны махсус заказ буйынса Монтиньяктағы “Arc&Os” ательеһында француз ғалимдары әҙерләгән.
Шүлгәнташ музейы барлыҡҡа килгәнгә тиклем туристарҙың 1961 йылдан алып мәмерйәнең боронғо рәсемдәрен законлы ҡарарға мөмкинлеге булманы. Хәҙер ул мөмкинлек барлыҡҡа килде. Музейға килеүселәр, ваҡыттарын йәлләмәй, хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа боронғо рәссамдарҙың эштәрен ҡарай ала.
Был блокта француз рәссамдары эшләгән ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр төркөмөнөң күсермәләре: Һүрәттәр залының Көнбайыш һәм Көнсығыш панноһы, Ат панноһы һәм Хаос залының билдәләре бирелгән. Экспозицияның был бүлегендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең йәше һәм улар-ҙың мәмерйәләге урыны, боронғо буяуҙарҙың рецептураһы хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт яҙылған.
Музей комплексын төҙөү 2018 йылдың ноябрендә башланды. Уның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә.
Музей Шове, Ласко, Монтиньяк музейҙарының тәжрибәһен файҙаланып, заманса Европа стилендә әҙерләнгән.
Музей комплексы Бөрйән районының Морат туғайында, “Шүлгәнташ” мәмерйәһенә ингән ерҙән ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Был музей-ҡурсаулыҡтың төп офисы функцияһын башҡарыусы ғилми-тикшеренеү һәм бер үк ваҡытта мәғрифәтселек музейы.
– Мәмерйә ҡарамағындағы музей бер төркөм төп позициялар буйынса республиканың бөтә оҡшаш учреждениеларын уҙып китте, ул заманса һәм арзан комплекс буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. – Был музей ғына түгел, ә эре ғилми-тикшеренеү, белем биреү һәм этномәҙәни үҙәк буласаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Лариса Михалькова