Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 09:15

Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Йәштәр үҙәгендә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыу өсөн генерал Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальонын ойоштороу инициаторы Алик Камалетдинов һуғыш хәрәкәттәре ветерандары, запаста тороусы граждандар, Мәсетле районының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты.

Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны
Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны

Сарала шулай уҡ Дыуан, Мәсетле, Салауат райондары хәрби комиссары Рәфис Фәтихов һәм отставкалағы сик буйы ғәскәрҙәре подполковнигы, Мәсетле районы сик һаҡсылары ойошмаһы рәйесе Алмаз Әхмәҙиев ҡатнашты.
Үҙенең сығышында Алик Финзир улы былай тип билдәләне:
– Башҡортостан илебеҙ өсөн яуаплы ваҡытта һәр ваҡыт дәүләтебеҙҙең таянысы булды. 1812 йылғы Ватан һуғышында, Беренсе Бөтә донъя һуғышында батырҙарса һуғышты, илде Бөйөк Ватан һуғышында һаҡлап алып ҡалды. Беҙҙең легендар 112-се кавалерия дивизияһы Сталинград һәм Дон, Луганск һәм Берлинда фашистарҙы тармар итте, Ватанына 78 Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының биш тулы кавалеры бирҙе.
Бөгөн республикабыҙҙан Украиналағы хәрби операцияларҙа ҡатнашырға теләгән ирекмәндәр һаны арта бара. Унда алыныу өсөн билдәләнгән талаптарға тап килергә кәрәк: сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға, һөнәри һайлап алыу уҙырға һәм закон менән проблема булмаҫҡа тейеш.
Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ҡаралған:
- айына 220 мең һумдан алып аҡсалата түләү һәм хәрби хәрәкәттәге һәр көн өсөн һигеҙ мең һум аҡса;
- физик әҙерлек буйынса нормативтарҙы “отлично”ға тапшырғанда вазифа окладына 70%-ҡа тиң өҫтәмә түләү;
- льготалы выслуга (көнө өс көнгә иҫәпләнә);
- хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы таныҡлығы һәм граждандарҙың әлеге категорияһына ҡаралған ташламалар.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы контракт төҙөгәндә 200 мең һум бер тапҡыр бирелә торған пособие һәм, ҡайһы ерҙә урынлашыуға ҡарамаҫтан, тәүлегенә ике мең һум түләй. Шулай уҡ хәрби кейем һәм экипировка менән тулыһынса тәьмин итеү ҡаралған.
Алик Камалетдинов үҙе махсус операцияла ҡатнашырға һәм батальонды етәкләргә йыйыныуын белдерҙе.
Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссары Рәфис Фәтихов әлеге райондарҙа йәшәүселәрҙең контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса йыш мөрәжәғәт итеүҙәрен белдерҙе.
Мөрәжәғәттәр, беренсенән, граждандарҙың патриотик рухын күтәреү, Украиналағы махсус операцияла халҡыбыҙға ярҙам итеү теләге, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, нацизм һәм фашизмға ҡаршы көрәш менән бәйле.
Икенсенән, закондар үҙгәреүгә. Хәҙер контракт буйынса ҡуйылған талаптарға тап килгән 50 йәшкә тиклемге граждандар хеҙмәт итә ала.
Өсөнсөнән, РФ-тың Оборона министрлығы яңылыҡ индерҙе. Уның нигеҙендә, бер төбәктә йәшәүсе граждандар, мәҫәлән, беҙҙең республиканан сыҡҡан кешеләр бер часта хеҙмәт итәсәк. Чечен Республикаһында ойошторолған батальондар хәрби частарҙың үрнәге булып тора.
Барлыҡ килеп тыуған һорауҙар буйынса Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16 адресы буйынса Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә.
Тел. 8 (34798) 3-14-04.
Лариса РИЗВАНОВА.

Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны
Генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальоны
Автор:Лариса Михалькова