Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2022, 14:35

Өфөлә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

«Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса саралар һәм бүләкләү тантанаһы үтте. Конгресс-холл фойеһында республика конкурсында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биргән күргәҙмәләр, экспозициялар ойошторолдо.

Өфөлә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Беренсе пленар өлөштә «Айыҡ ауыл-2021» конкурсында әүҙем ҡатнашҡандар махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, шунан һуң махсус майҙансыҡтарҙың эше башланды, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

«Айыҡ ауылдың идеаль образын моделләштереү» стратегик сессияһына конкурста ҡатнашҡан ауылдар араһынан активистар, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, конкурстың эксперттар комиссияһы ағзалары, Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды.

Икенсе пленар өлөштә «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү сараһы үтте, ул Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында ла күрһәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 14 июндә үткән ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланды. Положениеға ярашлы, еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде.

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында

I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;

II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;

III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында

I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар» номинацияһында

I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында

I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды – 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләк «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә тапшырылды. Номинацияла еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аҡса алды, бүләктең суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-24/f-l-ayy-auyl-2021-respublika-konkursy-e-e-sel-re-b-l-kl-nde-2852781

Автор:Лариса Михалькова