Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 15:00

Башҡортостанда май айында ике көн хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамына арналған сараларҙы уҙғарғанда алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тыйыла. Был турала Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Башҡортостанда май айында ике көн хәмер һатыу тыйыла
Башҡортостанда май айында ике көн хәмер һатыу тыйыла

Быйыл Һуңғы ҡыңғырау туғыҙынсы кластарға — 18 майҙа, ә ун беренселәргә 25 майҙа яңғырай.

«Башҡортостан Республикаһының 2007 йылдың 1 мартындағы 414-се законының 6.2 статьяһына ярашлы, магазиндарҙа хәмер һатыу тыйыла. Был дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Фото:Валерий Шахов

Автор:Лариса Михалькова