«Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, коронавирустың сираттағы тулҡыны башланыу ихтималлығы юғары. Муниципаль район башлыҡтарынан халыҡты ревакцинациялауҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ», – тине профилле ведомство етәксеһе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡала-райондарҙа йәшәүселәрҙе ревакцинациялау буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.
«Тәүҙә үҙеңдән башларға, өлгө күрһәтергә кәрәк. Мин дә даими рәүештә прививка эшләттем. Коронавирустың дельта-штамы кире килһә, тимәк, үлем осраҡтарының йәнә артыуы ихтимал», – тине Радий Хәбиров.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны – 287 003 (бер тәүлектә +73). 127 пациент – ковид-госпиталдәрҙә, 691-е өй шарттарында дауалана. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, ауырыу осраҡтары һуңғы ете көндә – 21%, бер айҙа иһә 76% кәмегән.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы